Туризм
18 Января 2019, 14:08

Килешеү төҙөгөҙ!

Күп фатирлы һәм шәхси йорттарҙа йәшүселәр, шулай уҡ юридик шәхестәр һәм шәхси эшҡыуарҙар 2019 йылдың ғинуарында төбәк операторы менән сүп-сар менән эш итеүгә килешеү төҙөргә бурыслы.

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, бындай килешеү Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан раҫланған ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү ҡағиҙәләре менән ҡаралған. Килешеүҙәрҙең өлгөһө, уларҙы төҙөү тәртибе республика территорияһын хеҙмәтләндереүсе төбәк операторҙарының рәсми сайттарында урынлаштырылған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың 1 ғинуарынан беҙҙең республика, бөтә ил кеүек, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсте. Хәҙер сүп-сарҙы йыйыу, сығарыу, эшкәртеү, утилләштереү менән региональ операторҙар шөғөлләнәсәк, ә халыҡ билдәләнгән тарифтарға ярашлы был хеҙмәт өсөн түләргә тейеш.
Был эш иң элек ҡалдыҡтар менән заманса, экологик хәүефһеҙ эш итеүгә, күп һанлы рөхсәтһеҙ сүплектәрҙе бөтөрөүгә һәм яңыларын булдырмауға, шулай уҡ сүп-сарҙы сорттарға бүлеү һәм эшкәртеү буйынса үҫешкән инфраструктура булдырыуға йүнәлтелгән.
"Экология-Т" йәмғиәте (тел.: 8 (800) 250-01-85; http://eko-tko.ru/) хеҙмәтләндереү зонаһы – Октябрьский ҡалаһы, Әлшәй, Баҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, Бүздәк, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Туймазы, Саҡмағош, Шаран райондары.
Сүп йыйыу һәм сығарыу йәһәтенән яңы системаға күсеүгә бәйле һорауҙар менән төбәк операторҙары һәм БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы "ҡыҙыу линияларына" шылтыратырға мөмкин: 8 (347) 218-03-90.
Социаль реклама.
Читайте нас