“Урал батыр” милли-мәҙәни үҙәгендә Мәүлит кисәһе ойошторолдо.
Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ хәҙрәте Мөхәммәт Мостафа (с.ғ.в.)-ның тыуған көнө декабрҙә булһа ла, уға бағышлап кисәләр уҙғарыу ниндәй айҙа ла үҙен аҡлай. Пәйғәмбәребеҙҙе һөйөү, уға итәғәт итеү, уның алтын мираҫын килер быуындарға еткереү – бөйөк бурыс.
Мәүлит кисәһендә Приют мәсетенән, Бәләбәй ҡалаһының яңы һәм тарихи мәсеттәренән мосолман ҡәрҙәштәребеҙ – абыстайҙар, Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдең рух-шәрифтәре шат була күрһен тип, көйләп мөнәжәттәр уҡынылар, тәҡбир әйттеләр. Уҡыуҙар бөтә зал менән Мөхәммәт пәйғәмбәргә маҡтау үә сәләмдәр – салауат әйтеүҙәр менән үрелеп барҙы.
Килгән тамашасы сәхнәнән әйтелгән моңло аҙан тауышын тыңланы, фойеға сығып, киске намаҙҙы уҡыны.
Кисәнең икенсе өлөшө викторина һорауҙарына яуап биреүҙән башланды. Тарихи мәсет имам-хатибы Илдар хәҙрәт Ғәлиевтең Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тормошона, эшмәкәрлегенә ҡағылған һорауҙарына дөрөҫ яуап биргәндәр бүләктәр алды.
Кисә башҡорт, татар ижтимағи үҙәктәренең сәхнә оҫталары, татар гимназияһы уҡыусылары ҡатнашлығында матур концерт менән дауам итте. Йырҙарға, бейеүҙәргә бай программаны Анжела Әүбәкирова һәр кем күңеленә хуш килерлек итеп алып барҙы.