Беҙҙең Альбина – гимназиябыҙҙың йөҙөк ҡашы.
Бәләбәй Башҡорт гимназия-интернатына Альбина Шәрифуллина Миәкә районының Сатай ауылынан 6-cы класҡа килде. Ул – уҡыу алдынғыһы, спортта – беренселәрҙән, йыр-бейеүгә – оҫта, ҡумыҙҙа уйнарға, һүрәт төшөрөргә ярата. Шиғырҙар һөйләргә маһир, илһам килгәндә, үҙе лә бына тигән шиғри юлдар яҙып ҡуя.
Ул, ниндәй эшкә генә тотонмаһын, барыһын еренә еткереп башҡара, шуға ҡайһы сарала ғына ҡатнашмаһын, һәр ваҡыт призлы урындар яулай. Уның уңыштары һанап бөткөһөҙ.
Өфөлә уҙғарылған «Азамат – 2017-2018» конкурсында сығыш яһап, беренсе урын алып ҡайтты.
Уҙған уҡыу йылында йәйен Бөрйән районында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләп, диплом алды.
Район кимәлендә уҙғарылған йүгереү ярышында ла беренсе килде. Баскетбол буйынса «Һары туп» ярышында 2-се урын алып, дипломға лайыҡ булды.
Яңыраҡ ҡына район кимәлендә саңғы ярышы үтте, бында ла спортсы ҡыҙыбыҙ беренселекте бирмәне.
Альбина республикабыҙҙың баш ҡалаһы Өфөлә уҙғарылған шыршы байрамына ла барып ҡайтты. Ул үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты:
– Миңә шул тиклем күп балалар ҡатнашҡан байрам оҡшаны. Бик күңелле конкурстар уҙғарылды! Йомшаҡ уйынсыҡ, күстәнәстәр тулы һандыҡ һәм Зәйнәб Биишеваның “Дуҫ булайыҡ” тигән китабын бүләк иттеләр. Унда яңы дуҫтар ҙа таптым, улар менән аралашыу ҡыҙыҡлы булды.
Киләсәктә лә Альбинаға уңыштар юлдаш булһын!
Бәләбәй ҡалаһының Башҡорт гимназия-интернаты тәрбиәсеһе