Уҙған ял көндәрендә 15-се урта мәктәптең хоккей майҙанында Бәләбәй районы МР хакимиәте башлығы кубогына I турнир уҙҙы. “Ирбис” (Бәләбәй ҡалаһы) һәм “Төнгө бүреләр” (Приют ҡасабаһы) командалары араһында ҡыҙыу уйын приюттар файҙаһына 8:6 иҫәбе менән тамамланды.