“Һаумыһығыҙ, мин – робот, һеҙҙе сәләмләйем!” – тип, ҡул әйҙәп ҡаршы алды Никита Бельзецкийҙың ҡулдары менән йыйылған робот-манипулятор “Яңы быуын” балалар-үҫмерҙәр үҙәге ҡунаҡтарын.
Йәш бәләбәйҙәргә өҫтәмә белем биреү өлкәһендә фәнни эшкәртмәләр өсөн тәғәйенләнгән ғәҙәти булмаған юғары технологиялар донъяһын Бәләбәй районы МР хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев асты. Символик ҡыҙыл таҫма киҫелде, һәм ҡунаҡтар эҙләнеүселәр һәм ижадсылар иленә – заманса технопаркка эләгә.
– Өҫтәмә белем биреүҙең яңы моделе балаларға һәм үҫмерҙәргә техник дисциплиналар буйынса башланғыс һөнәри белем һәм күнекмәләрҙе юғары кимәлдә алыу мөмкинлеген бирә. Технопарктың һайланған йүнәлештәре буйынса өс лаборатория йыһазланған, унда электроника, робототехника, дизайн, инжиниринг һәм программалаштырыу өлкәһендә алдынғы технологияларҙы үҙләштерергә мөмкин.
Тамаша залында ҡунаҡтарҙы театрлаштырылған сәләмләү сараһы уҙҙы.
– Технопарктың популяр буласағына ышанам, – тине Азат Альверт улы. – Сәнәғәткә йүнәлеш тотҡан өҫтәмә белем биреү балаларыбыҙҙың, буласаҡ белгестәрҙең, донъя күләмендә талап ителеүе өсөн индерелә. Технопарк асыу – мөһим аҙым, илдең алға хәрәкәт итеүендлә алғарыш. Уңыштарҙы, үҫеште күҙәтеп барасаҡбыҙ. Яҡшы хеҙмәт итеүегеҙҙе, маҡсатығыҙға ирешеүегеҙҙе, университетҡа уҡырға инеүегеҙҙе теләйем!
Артабан технопарк станциялары буйлап ҡыҙыҡлы сәйәхәт башланды.
Анна Лапина. Елена Торгашова фотолары