Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бәләбәй районы буйынса бүлеге бинаһын рәсми асыу тантанаһы уҙҙы.
Уны асыу тантанаһында БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, республиканың эске эштәр министры Роман Деев, Бәләбәй районы МР хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев, полицияның личный составы һәм ветерандары, полиция бүлеге ҡаршыһында йәмәғәт советы ағзалары ҡатнашты.
Радий Фәрит улы район полицейскийҙарын өй туйлауҙары менән ҡотланы һәм еңел булмаған, ҡатмарлы эштәрендә уңыштар теләне. Йыйылғандарға эске эштәр министры Роман Деев сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығы Бәләбәй районы буйынса бүлегенең яңы начальнигы Андрей Самышев менән таныштырҙы. “Башкиравтодор” йәмғиәте – төҙөүсе предприятиеның генераль директоры Андрей Пролипото уға яңы бинаның символик асҡысын тапшырҙы.