Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
25 Ғинуар 2019, 21:56

Үҫешкә өмөт менән

“Бәләбәй ҡағыҙ комбинаты” йәмғиәте тәүлек әйләнәһенә эшләүгә күсергә ниәтләй.Предприятие 2017 йылдың октябрендә йылдам социаль-иҡтисади үҫеш территорияһы резиденттары иҫәбенә инде, ә 2018 йылдың ғинуар аҙағында, көйләү эштәрен тамамлап, етештерә лә башланы.

“Бәләбәй ҡағыҙ комбинаты” йәмғиәте тәүлек әйләнәһенә эшләүгә күсергә ниәтләй.
Предприятие 2017 йылдың октябрендә йылдам социаль-иҡтисади үҫеш территорияһы резиденттары иҫәбенә инде, ә 2018 йылдың ғинуар аҙағында, көйләү эштәрен тамамлап, етештерә лә башланы.
– Уҙған йыл беҙҙең өсөн көсөргәнешле лә, уңышлы ла булды. Беренсенән, йыл буйы беҙ эшсе кадрҙар һайланыҡ һәм үҙебеҙ эш барышында яңы станоктар үҙләштерҙек. Икенсенән, етештереү күләмен арттырыу өсөн өҫтәмә ҡоролма һатып ала алдыҡ, шулай итеп, поставкалау географияһын киңәйттек, – тип һөйләне комбинат етәксеһе Павел Колпаков. – Әлеге ваҡытта предприятиела ике сменала 20 кеше эшләй. Икенсе квартал башында тәүлек әйләнәһенә эшләүгә күсергә ниәтләйбеҙ.
Комбинат ай һайын ҡулланыусыларға 500 меңләп санитар-гигиеник ҡағыҙ төргәктәре оҙата.
Татьяна Горденко, БР Бәләбәй муниципаль район хакимиәтенең инвестициялар һәм сәнәғәт бүлеге начальнигы:
– Предприятиеның производствоны үҫтереү буйынса актив эш алып барыуы шатландыра.
“Бәләбәй” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш територияһында бөгөнгә ете резидент теркәлгән. Әлеге ваҡытта ТОСЭР резиденттары булырға һәм компьютерлы технологиялар, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү, спорт ҡоролмалары етештереү һ.б. өлкәһендә предприятиелар төҙөргә ниәтләгән тағы бер нисә компания менән һөйләшеүҙәр бара.
Римма Солтанова. Елена Торгашова фотоһы
Читайте нас