Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
25 Ғинуар 2019, 22:00

Юғалып ҡалмаған...

Алты йәшлек ҡыҙ ике ҡустыһын һәм һеңлеһен уттан алып сыҡҡан

Уҙған аҙнала Веровкала янғын сыға – ишле балалы ғаиләнең йорто яна. Һорау тыуа: был ваҡытта атай менән әсәй ҡайҙа була? Һуңыраҡ билдәле булыуынса, улар бәләкәй дүрт балаһын ҡалдырып, күрше Өҫән-Ивановка ауылына китә. Мейескә яғышлы өйҙә балалар йыш ҡына бер үҙҙәре ҡала. Янғын кухняла сыға, янғынға ҡаршы сигнализация эшләй. Алты йәшлек Милана, сигналды ишетеп, юғалып ҡалмай, пластик тәҙрәне асып, өс баланы ут ҡапҡан йорттан алып сыға. Бәләкәй булһа ла, уларға ниндәй хәүеф янауын аңлап, эш итә һала ул! Атай менән әсәйгә ҡыйыу ҡыҙҙарына ғүмере буйы рәхмәт уҡырға ҡала. Ҡыҙ булмаһа, өлкәндәрҙең вайымһыҙлығы төҙәтеп булмаҫлыҡ фажиғә менән тамамланыр ине.
Веровкалағы хәл бәләкәй балаларҙы бер үҙҙәрен генә өйҙә ҡалдырырға ярамауын һәм мотлаҡ сигнализация ҡуйырға кәрәклеген иҫкәртә.
Читайте нас