Туризм
28 Января 2019, 14:04

Мәктәпкә – турникет аша!

Бәләбәйҙең белем биреү ойошмаларында хәүефһеҙлек саралары көсәйтелде.

Бәләбәйҙең белем биреү ойошмаларында хәүефһеҙлек саралары көсәйтелде
Һуңғы йылдарҙа илдә бәлиғ булмағандар ҡорбанға әүерелгән бер-нисә хәл-ваҡиға булды. Был фажиғәле ваҡиғалар мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек саралары күреү тураһында уйланырға мәжбүр итте. Шуға сит кешеләрҙең инеү-сығыуын контролдә тотоу өсөн турникеттар ҡуйыла башланы.
Был яңы электрон хәүефһеҙлек системаһы. Уҡыусыға электрон магнит карта рәүешендә пропуск бирелә. Унда уның фотоһы булыуы мөмкин, исем-шәрифтәре, класы, шулай уҡ класс етәксеһенең исем-фамилияһы күрһәтелә. Карталар уҡытыусыларға һәм белем ойошмаһы хеҙмәткәрҙәренә лә бирелә. Бынан тыш, һәр картаға уникаль код ҡуйылған, уны магнит иҫәпләгес бер яңылышыуһыҙ таный һәм ингән уҡыусы тураһында мәғлүмәтте һаҡ хеҙмәтенең монитор экранына тапшыра. Турникет аша үтеү тураһында мәғлүмәттәр системала һаҡлана һәм ата-әсәләргә оператив хәбәр итеү, шулай уҡ мәктәпкә йөрөү тураһында отчет өсөн хеҙмәт итә. Ата-әсәләр иһә мәктәпкә ингәндә паспорт күрһәтергә бурыслы.
Яңы хәүефһеҙлек системаһы мәктәпкә инеү ваҡытын тотҡарлаһа ла балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү күпкә өҫтөн.
Әлеге ваҡытта Бәләбәйҙең туғыҙ белем биреү ойошмаһында: 1-се, 2-се, 15-се, 17-се мәктәптәрҙә, 1-се гимназия, башҡорт гимназия-интернаты, татар, сыуаш гимназияларында һәм мәктәп-интернатта турникеттар ҡуйылған.
Зөлфиә Ғарифуллина
Читайте нас