– Ҡаҙағстанда Мостай Кәримдең ижадын беләләр һәм яраталар. Яҙыусының тыуыуына 100 йыл тулыу алдынан Алматыла уның исемендәге урамдың барлыҡҡа килеүе ҙур әһәмиәткә эйә, – тигән Ҡаҙағстандың Рәсәйҙәге тулы хоҡуҡлы илсеһе Иманғәле Тасмағәмбәтов. – Бөйөк тарих, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең иҫтәлеген мәңгеләштереп, беҙ киләсәк, йәш быуын өсөн мөһим эш башҡарабыҙ.
Мостай Кәрим Алматыла төрлө әҙәби сараларҙа ҡатнашыу өсөн бер нисә тапҡыр булған. Шағирыбыҙҙың ҡаҙаҡ ере, уның халҡы менән дуҫлығы әҫәрҙәрендә лә сағылыш тапҡан. Уның “Ай тотолған төндә”, “Ташлама утты, Прометей!”, “Айгөл иле!” әҫәрҙәрен Алматы һәм Ҡаҙағстандағы башҡа ҡалалар театрҙары ҡуйҙы. Уның 40-тан ашыу шиғыры, шулай уҡ “Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Өс таған”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повестары ҡаҙаҡ теленә тәржемә ителгән.