Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
1 Февраль 2019, 18:50

Башҡортса дөрөҫ яҙыу конкурсы уҙғарыу тәҡдим ителде

Асҡар Абдразаҡов «Кесе Ватан мәҙәниәте» проектының Йәмәғәт советына инде. «Берҙәм Рәсәй» партияһы проектының 2019 йылдағы тәүге киңәйтелгән ултырышында опера йырсыһы тәҡдимдәр менән сығыш яһаны.

Асҡар Абдразаҡов «Кесе Ватан мәҙәниәте» проектының Йәмәғәт советына инде. «Берҙәм Рәсәй» партияһы проектының 2019 йылдағы тәүге киңәйтелгән ултырышында опера йырсыһы тәҡдимдәр менән сығыш яһаны.
«Рәсәйҙә дөрөҫ яҙыу акцияһы ойошторолғайны. Беҙҙә лә башҡорт халҡы араһында ошо теманы тергеҙергә һәм дауам итергә кәрәк тип иҫәпләйем. Әйҙәгеҙ, башҡортса дөрөҫ яҙыу конкурсын үткәрәйек. Уны татар, рус, мордва һәм республикабыҙҙа йәшәгән башҡа халыҡтарҙың телдәренә нигеҙләнеп уҙғарырға мөмкин. Шул рәүешле беҙ йәш быуындың белемлелеген арттыра башларбыҙ. Был бәләкәй ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы бик ҡыҙыҡһындырыр ине», — тине артист.
Шулай уҡ Асҡар Абдразаҡов хакимиәт башлыҡтарына балаларҙы театрға йәлеп итеү темаһын асырға тәҡдим итте. «Баланы спектаклгә алып барырҙан алда, уны театр буйлап йөрөтөргә, костюмдарҙы, декорацияларҙы күрһәтергә, ошо театрҙың тарихы, сәхнәлә кемдәрҙең сығыш яһауы хаҡында һөйләргә кәрәк. Был бик мөһим. Йәш тамашасыларҙы шулай тәрбиәләргә мөмкин», — тип билдәләне йырсы.
Башинформ
Читайте нас