Ведомствола билдәләүҙәренсә, республиканың 11 ҡала һәм районында ҡыҙҙар малайҙарға ҡарағанда күберәк тыуған. «Былтыр ЗАГС бүлектәрендә тыуыу тураһында 47 411 акт теркәлгән, был уҙған йылға ҡарағанда 2 258-гә аҙыраҡ. 17 334 сабыйҙың ғаиләлә беренсе, 18 855-е — икенсе, 7 917-һе — өсөнсө, 2 178-е — дүртенсе һәм 1 033-ө бишенсе булып тыуыуы теркәлгән. Бынан тыш, республикала ошо осорҙа 607 игеҙәк һәм 10 өс игеҙ бала донъяға ауаз һалған», — тип белдерҙеләр ведомствола.