Туризм
4 Февраля 2019, 09:29

Урамдар яҡтырасаҡ

Бәләбәй ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Сәлим Ғөбәев һәм Бәләбәй районы МР хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Ирина Кузьмина ҡатнашлығында “тура бәйләнеш” телефонына ҡала-ауылдар урамдарын яҡтыртыу мәсьәләһе буйынса 10 шылтыратыу булды.

Шылтыратыусылар “ҡараңғы” урамдарҙы атаны. Эшселәр, Ф. Кәрим, Ҡыҙылармеец, СССР-ҙың 60 йыллығы урамдарында йәшәүселәрҙән шылтыратыуҙар булды. Ҡалала Ленин урамында1-се йорт районында, Морозов – Ҡыҙыл урамдары киҫелешендә, Рус Швейцарияһы ауылында Йылға буйы урамында ҡараңғы булыуына зарландылар. Приютта ла автовокзал артында, унда ике ҡатлы иҫке йорттар урынлашҡан, яҡтылыҡ етмәй. Бер бәләбәйле заманса лампалар ҡуйырға тәҡдим итте. Һәр шылтыратыу контролгә алынды. Яҡын арала белгестәр атап үтелгән проблемаларҙы ҡараясаҡ. Муниципаль райондың 2019-2024 йылдарҙа БР тораҡ пункттарында тышҡы яҡтыртыуҙы яҡшыртыу буйынса республика программаһында ҡатнашыуы уларҙы хәл итергә ярҙам итәсәк. 2019 йылда был маҡсатҡа республика бюджетынан беҙҙең районға 15,4 млн һум аҡса бүленгән.
Зөлфиә Ғарифуллина
Читайте нас