Иң эре автомобиль беркетмәләре поставкалаусы “БелЗАН” йәмғиәте производствоға ғына түгел, корпоратив культураны үҫтереүгә лә ҙур иғтибар бүлә.
Завод хакимиәте хеҙмәткәрҙәре өсөн төрлө мәҙәни саралар уҙғара.
Мәҫәлән, быйылғы йыл боулинг турнирынан башланған. Ике шәмбелә 14 команда еңеүсе исеменә лайыҡ булыу өсөн үҙ-ара көс һынашҡан. Был исемде бына ике миҙгел баш энергетик бүлеге хеҙмәткәрҙәренән төҙөлгән “Энергетик” командаһы лайыҡлы йөрөтә. Йәмғеһе сарала 100-гә яҡын кеше ҡатнашҡан.
Әммә завод хеҙмәткәрҙәренең “тын алырға” ваҡыты юҡ – оҙаҡламай волейбол турниры ойоштороласаҡ.
“Автонормаль” газетаһы материалдары буйынса Зөлфиә Ғарифуллина