Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
6 Февраль 2019, 11:15

Техник ҡоралланыу юлында

“БелЗАН” йәмғиәтендә термик һәм гальваник производстволарҙа етди инвестицияларҙан һуң гайкалар цехына ла сират еткән.

“БелЗАН” йәмғиәтендә термик һәм гальваник производстволарҙа етди инвестицияларҙан һуң гайкалар цехына ла сират еткән.
Уҙған йыл аҙағында цехта гайка киҫкес өс станок (Тайвандә етештерелгән) ҡоролған һәм эшләтеп ебәрелгән. Әлеге станоктар юғары етештереүсәнле һәм теүәл, шул уҡ ваҡытта файҙаланыуҙа һәм хеҙмәтләндереүҙә ябай булыуҙары менән айырыла.
2019 йылдың беренсе ярты йыллығында ОГТ һәм гайкалар цехы белгестәре заманса машинаны мөмкин тиклем тулыраҡ файҙаланыу өсөн эшләйәсәк, һөҙөмтәлә сорттарға бүлеү эшенән ҡотолорға, контроль операциялар уҙғарыуҙы кәметергә мөмкин буласаҡ.
Быларҙың барыһы бергә гайкалар етештереүҙең үҙҡиммәтен кәметергә булышлыҡ итәсәк һәм предприятие продукцияһының конкуренцияға һәләтлелеген арттырасаҡ.
Читайте нас