1-се “Айгөл” балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр ҡамалыш икмәген тәмләп ҡараны.
Бөгөнгө балалар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, иҫән ҡатнашыусыларҙы һәм һуғыш шаһиттарын күргән һуңғы быуындыр, моғайын. Илдең дөйөм тарихы фонында кескәй, әммә аныҡ кешеләр хәтере өсөн ғәйәт әһәмиәтле ваҡиғаларҙы белеү торған һайын ҡыйынлаша бара. Кешеләр хәтере халыҡ хәтеренә әйләнә.
Һуғыш. Ленинград. Ҡамалыш. 125 грамм икмәк. Беҙҙең балалар ошо хаҡта документаль фильм, фотоһүрәттәр ҡараны, тыуған ҡалаһы ҡамалышында иҫән ҡалған балалар һәм өлкәндәр тураһында иҫтәлектәрҙе тыңланы. Һәр бала блокада паегын тотоп ҡараны, ата-әсәләре менән бергә көрпәнән бешерелгән икмәктән ауыҙ итте. Быларҙың барыһы ла балаларҙың күңелен тетрәтте.
Илебеҙ ҡаһармандары һәм һәләк булғандар, һалдаттарҙың һәм офицерҙарҙың сикһеҙ батырлығы, хәрби фиҙакәрлеге тураһында хәтерҙе һаҡлап һәм уны быуындарға тапшыра килеп кенә, беҙ киләсәктә һуғыш булдырмауҙа ҡотола аласаҡбыҙ. Кеше ғүмеренән ҡиммәт бер нәмә лә юҡ.
Ирина Красноперова, өлкән тәрбиәсе