Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
8 Февраль 2019, 14:08

“Илһам шишмәләре-2019”

Төбәк-ара “Илһам шишмәләре-2019” шиғриәт фестивале ике этапта уҙғарыла. Беренсе этап – 1 февралдән 1 мартҡа тиклем.

Төбәк-ара “Илһам шишмәләре-2019” шиғриәт фестивале ике этапта уҙғарыла. Беренсе этап – 1 февралдән 1 мартҡа тиклем. Ғаризалар һәм ижади эштәр ҡабул ителә. Фестивалдең ойоштороу комитеты ҡатнашыуға заявкаларҙы һәм ижади эштәрҙе урындағы жюриҙың (газеталар редакцияларының, әҙәби берләшмәләренең) тәҡдим итеү хаты менән ҡабул итә, унда шағир тураһында мәғлүмәттәр булырға тейеш: тематика, ижад үҙенсәлеге, рекомендациялар һ.б. Авторҙар мотлаҡ күрһәтергә бурыслы: исем-фамилия, атаһының исеме, йәш, һөнәр, паспорт мәғлүмәттәре, социаль номер, страховка пенсия таныҡлығы, фоторәсем ебәрергә.
Заявкаларҙы ойоштороу комитеты бындай адрес буйынса ҡабул итә: 452000, Башҡортостан Республикаһы, Бәләбәй ҡалаһы, Кесе Туғай урамы (Мало-Луговая), 53а, “Бәләбәй хәбәрҙәре” газетаһы редакцияһы.
Электрон почта (е-mail): 7belizv@gmail.com
Телефондар: (34786) 3-23-02, 3-17-02, 3-42-67, 4-23-58, 4-09-25.
Уңыштар һәм ижади еңеүҙәр теләйбеҙ! Һеҙҙән эштәр көтәбеҙ!
Фестивалдең ойоштороу комитеты.
Читайте нас