Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
11 Февраль 2019, 21:20

Түләүҙәр артты

Рәсәй Федерацияһы Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе 2019 йылдың 1 февраленән пособиеларҙың индексацияланыуы тураһында хәбәр итә.

Рәсәй Федерацияһы Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе 2019 йылдың 1 февраленән пособиеларҙың индексацияланыуы тураһында хәбәр итә.
– балалы граждандарға дәүләт пособиелары, шул иҫәптән бала тыуғас бер тапҡыр бирелә торған пособие, баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособие (пособиеның минималь күләме) һәм йөклөлөктөң тәүге айҙарында уҡ медицина ойошмаларына иҫәпкә торған өсөн пособие индексацияланды. Быйыл уларҙың күләме 4,3% артты.
* Баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособиеның минималь күләме тәүге сабый өсөн 3769,07 һум була. Элек 3613,98 һум ине.
* Икенсе һәм артабанғы балалар өсөн — 7538,12 һум. Бынан алда 7227,35 һум түләнде.
Бала тыуғас ата-әсәгә бер тапҡыр бирелә торған пособие 20 101,69 һум тәшкил итә (19 272, 95 һум ине).
Йөклөлөктөң тәүге айҙарында уҡ медицина ойошмаларына иҫәпкә торған ҡатын-ҡыҙҙарға бер тапҡыр бирелә торған пособие 753,81 һумға тиклем артты.
Бала тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособиеның, 2019 йылдың 1 ғинуарынан тәғәйенләнгән пособиеларға сикке сумма календарь ай өсөн 26 152,27 һум тәшкил итә.
Бынан тыш, 2019 йылдың 1 ғинуарынан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме артыуға бәйле рәсми рәүештә эшкә урынлашҡан граждандарға тәүге баланы тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособие республикабыҙҙа 5188,80 һумдан түбән булмаҫҡа тейеш. Ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 11 280 һум тәшкил итте.
Бынан тыш, ерләү өсөн түләү индексацияланған – 6 838, 44 һум.
Читайте нас