Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
12 Февраль 2019, 21:57

Февраль – Рәми айы

Бөгөн күренекле башҡорт шағиры, тәржемәсе һәм журналист, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәми Ғариповтың тыуған көнө.Февраль – Рәми айы — донъяға бөйөк шағирҙы бүләк иткән ай. Рәми Йәғәфәр улы 1932 йылдың12 февралендә тыуа һәм нәҡ февраль айында – 1977 йылдың 20 февралендә мәңгелеккә күсә. Әммә беҙҙең йөрәктәрҙә февраль – шағирҙың донъяға килгән айы булып һаҡланһын!..

ТЫУҒАН КӨН
Эс бошорғос талғын сәғәт теле
Нисә ҡабат инде ураны!..
Уйҙарымдың моңһоу ебен һүтеп,
Үкһей тышта февраль бураны.
Ниндәйҙер бер серле мәғәнә бар
Келт-келт иткән сәғәт телендә —
Яҡты был донъяға килгәнмен бит
Шул буранлы айҙың төнөндө.
Мин дә бала инем. Хыялландым
Был донъяны гиҙеп сығырға,
Күпкә ынтылдым мин, тик һуңынан
Ғашиҡ булдым йырға, шиғырға.
Күрҙем яҡшылыҡты, яманлыҡты,
Әсе-сөсөһөн дә татыным.
Һөйҙөм! Һөйөлдөм дә буғай!
Улдар бүләк итте ҡатыным…
Күп кешеләр үтте яҙмышымдан,
Күңелемә һалып яҡтыһын.
Бына инде шулай йәшәй торғас,
Үтте ғүмеремдең яртыһы!..
Үтте!
Ә һуң ни эшләнем!
Ни һуң?
Бик аҙ түгелме, тип һораным…
Эс бошорғос шуға сәғәт теле,
Үкһей шуға февраль бураны…
Читайте нас