Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты Айгөл Шәрәфетдинова хәбәр итеүенсә, тантаналы ултырышта Башҡорт Автономиялы Республикаһының үҫеш тарихы, Башҡорт Хөкүмәтенең Ырымбурҙағы эшмәкәрлеге һәм Ырымбур ерендә тыуып үҫкәндәрҙең башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыуы хаҡында һүҙ барҙы. Ырымбур дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы Фәрит Нәҙершин, Башҡорт дәүләт университеты доценты Нурислам Ҡалмантаев, Башҡортостан Милли архивының бүлек етәксеһе Азат Ярмуллин һәм башҡалар доклад менән сығыш яһаны. Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлеге тураһында уның етәксеһе Йәғәфәр Яманһарин таныштырҙы. «Карауанһарай» башҡорт гәзите мөхәррире Салауат Аҡдәүләтов Ырымбурҙа туған телде һаҡлауҙа башҡорт баҫмаһының роле тураһында һөйләне. Киңәйтелгән ултырыш V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡатнашыу өсөн делегаттар билдәләү менән тамамланды. Съезда Ырымбур башҡорттарын 16 кеше күрһәтә, уларҙың 40 проценты – йәштәр.
Ырымбур өлкәһе хакимиәтенең Эске сәйәсәт идаралығы етәксеһе Базаргалей Ермеков, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты Гөлнур Ҡолһарина сараның ҡунаҡтары булды. Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев Ырымбур өлкәһе хакимиәте вәкиленә ҡурай бүләк итте.
Ултырышты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Данир Ғәйнуллин алып барҙы.
«Барыбыҙ өсөн дә мөһим булған тағы бер ваҡиға – ағымдағы йылдың апреленә билдәләнгән Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы. Уның маҡсаты – республикала, Рәсәйҙең башҡорт халҡы тығыҙ йәшәгән төбәктәре мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының эшмәкәрлеген популярлаштырыу, уның абруйын күтәреү», – тине Данир Ғәйнуллин.
Башҡортостан ойошторолоуҙың 100 йыллығын байрам итеү барышында Рәсәй Федерацияһы субъекттарында Мәҙәниәт һәм мәғариф көндәрен уҙғарыу халыҡ-ара проектын һигеҙ төбәктә, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында тормошҡа ашырыу күҙаллана.