Туризм
18 Февраля 2019, 06:08

Афған һуғышы тамамланыуға 30 йыл

Яугир-интернационалистарҙың батырлығына арналған мемориаль стела нигеҙенә яугирҙар ҡаһарманлығы иҫтәлегенә ал ҡәнәферҙәр ятты

Яугир-интернационалистарҙың батырлығына арналған мемориаль стела нигеҙенә яугирҙар ҡаһарманлығы иҫтәлегенә ал ҡәнәферҙәр ятты
Афғанстандан совет ғәсәкәрҙәрен сығарған көндә һәләк булған яугирҙарҙың исемдәре яҙылған һәйкәлгә Бәләбәй муниципаль районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев һәм Бәләбәй районы һәм ҡалаһы ветерандары советы рәйесе Зирәк Шәмсетдинов веноктар һалдылар.
Һәйкәлгә шулай уҡ локаль ҡораллы бәрәлештәрҙә ҡатнашыусылар, “Тиҫтер” хәрби-патриотик клубтар берләшмәһе тәрбиәләнеүселәре, ҡала һәм район халҡы ла сәскәләр менән килгән.
Артабан тантана “Урал батыр” милли-мәҙәни үҙәгенең тамашасылар залында дауам итте.
Елена Торгашова фотолары
Читайте нас