Бәләбәй башҡорт гимназия-интернатының, районыбыҙҙың данын бөтөн республикаға таратып ҡайттылар
Ошо арала Бәләбәй башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары Азалия Аҙнабаева, Альбина Шәрифуллина һәм Динара Вәлиәхмәтова уҡыу йортоноң башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зүлиә Исламова менән Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Алтын тирмә” тапшырыуында ҡатнашып ҡайттылар. Был тапшырыу – башҡорт каналында берҙән-бер телевикторина. Унда, ғәҙәттә, татыу ғаиләләр, зирәк уҡыусылар ҡатнаша.
Был юлы тапшырыу 80 йәшлек юбилейы айҡанлы Башҡортостандың халыҡ шиғиры Рауил Бикбаевтың тормошона һәм ижадына арналды. Бәләбәй гимназистары Фатима Мостафина исемендәге Өфө ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусылары менән ярыштылар.
Тапшырыуҙа беҙҙең ҡыҙҙар бик уңышлы сығыш яһаны, үҙҙәренең тәрән белемдәрен, һәләттәрен, тапҡырлыҡтарын күрһәттеләр, тыуған уҡыу йорттарының, ҡаланың данын республикаға яңғыраттылар.