Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
22 Февраль 2019, 14:57

Моң бишегендә тирбәлдек

Ярай әле килгәнбеҙ, йәнебеҙ йылынды. Тальян гармун моңона, халыҡ йырҙарына өҫтөнлөк бирелгән концерттан тамашасылар шундай тәъҫораттар менән таралышты.

Ярай әле килгәнбеҙ, йәнебеҙ йылынды. Тальян гармун моңона, халыҡ йырҙарына өҫтөнлөк бирелгән концерттан тамашасылар шундай тәъҫораттар менән таралышты.
Үлмәҫ халыҡ йырҙарын, тальян гармун тауышын һағынған булған Бәләбәй тамашасыһы. Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ йырсыһы, һирәк моң эйәһе, тальян гармунда уйнап йырлаусы берҙән-бер профессионал йырсы, Шарандың почетлы гражданы Фән Вәлиәхмәтовтың һәм уның йәш сәхнәләш дуҫтарының “Урал батыр” милли-мәҙәни үҙәгендә уҙған концертын шығырым тулы зал көслө алҡыштарға күмеп ҡараны. Башҡаса мөмкин дә түгел ине, сөнки уларҙың һәр ҡайһыһы – ҙур талант эйәһе, ҙур сәхнә күрке.
Йор һүҙле Туймазы егете Илнур Ғәзизов йәнле итеп программаны ла алып барҙы, үҙенсәлекле тауышы менән композиторҙарҙың, шулай уҡ үҙе ижад иткән йырҙарҙы ла башҡарҙы. Ә инде тальян гармунда ғәйәт ҙур оҫталыҡ менән халыҡ көйҙәрен һыҙҙырып уйнауы хайран итте, күңелдәргә дәрт, ялҡын, ғәм өҫтәне. Гармуны ла ни етте түгел шул уның – “Үҙем уйнайым, үҙем йырлайым” Бөтөн Рәсәй конкурсында гран-при яулап алған ҡәҙерле бүләк.
Йырҙар сәхнәне балҡытҡан бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Гүзәлдәрҙән гүзәл Гүзәл Хәлилованың башҡорт, татар, көнсығыш ҡыҙҙары бейеүҙәрен башҡарыуы юғары бейеү сәнғәтенең, бейеү хәрәкәттәре теленең иҫ киткес матурлығына йәнә һәм йәнә ғашиҡ иттерҙе.
Бәләбәй егете, Үҙәк Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре, шулай уҡ “Үҙем уйнайым, үҙем йырлайым” конкурсы лауреаты Хәмит Дәүләтхужиндың сығышын тамашасылар айырыуса яратып ҡараны. Көмөш телле тальян гармунына ҡушылып, ул халҡыбыҙҙың “Әйтә алманым”, “Өгөтләмә, иркәм” кеүек аҫыл йырҙарын башҡарҙы һәм, оҫта гармунсы, моңло тауышлы йырсы булараҡ, тамашасы һөйөүенә лайыҡ булды. Афарин, яҡташыбыҙ!
Әлбиттә, йыр сәнғәте аша халҡыбыҙға 50 йыл хеҙмәт иткән яратҡан йырсыбыҙ Фән Вәлиәхмәтовтың сығышы концерттың иң сағыу өлөшө булды тиһәм, һис арттырмам. Бына кемдә ҡабатланмаҫ тауыш, бына кемдә моң! Бына кем ул халҡыбыҙҙың үткәнен, яҙмышын сағылдырыусы ысын йырҙарҙың ҡәҙерен белеүсе! Күңел һағынған, һыуһаған гүзәл халыҡ йырҙарын бүләк итеп, тальянына ҡушылып йырлап, тамаша залын ысын мәғәнәһендә моң бишегендә тирбәтте, ысын йырға һоҡландырҙы, уйландырҙы, фәһем бирҙе йырсы. Әйткәндәй, тальян гармунда уйнап, халыҡ йырҙарын башҡарыуҙы популярлаштырыу кеүек изге маҡсатта инде өсөнсө тапҡыр уҙғарылған, телгә алып киткән мәртәбәле конкурс та Фән Вәлиәхмәтов башланғысы менән ойошторолдо, Илнур менән Хәмит тә уның фатихаһы менән ҙур сәхнәгә күтәрелделәр.
Тамашасылар сәхнә оҫталарына сикһеҙ рәхмәтле булып таралышты. Ғорурлығыбыҙ булған Фән вәлиәхмәтов кеүек ҙур йырсыларыбыҙ, Хәмит, Илнур кеүек уның дауам итеүселәре бар икән, ысын йыр-моңдарыбыҙ йәшәр, күңелдәребеҙ тутыҡмаҫ. Шундай таланттарың өсөн рәхмәт һиңә, халҡым!
***
Киске концертҡа ҡәҙәр Бәләбәй башҡорт гимназия-интернатында халыҡ йырсыһы менән күңелле осрашыу уҙҙы. Фән Вәлиәхмәтов бала сағы, мәктәп йылдары тураһында һөйләне, уҡыусыларҙың һорауҙарына яуаптар бирҙе, йырҙар башҡарҙы. Ул балаларҙы тырышып уҡырға өндәне, әгәр өс – туған телегеҙҙе, рус һәм инглиз телдәрен белһәгеҙ, бер ҡайҙа ла юғалмаҫһығыҙ, тине йырсы.
Зәйфә Сәлихова
Читайте нас