Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
28 Февраль 2019, 18:23

Халыҡ менән халыҡ осраша

Әкиәттәр, йомаҡтар, мәҡәлдәр, эпостар, йырҙар, легендалар беҙгә борон-борондан тапшырылып килә. Халыҡ был әҫәрҙәргә бар фантазияһын, тормош тәжрибәһен, ғилемен, аҡылын һалған. Уларҙы беҙ фольклор тигән матур һүҙ менән атайбыҙ.

Әкиәттәр, йомаҡтар, мәҡәлдәр, эпостар, йырҙар, легендалар беҙгә борон-борондан тапшырылып килә. Халыҡ был әҫәрҙәргә бар фантазияһын, тормош тәжрибәһен, ғилемен, аҡылын һалған. Уларҙы беҙ фольклор тигән матур һүҙ менән атайбыҙ.
Үҙәк китапхананың уҡыу залына Башҡорт гимназия-интернатының, татар һәм сыуаш гимназияларының, 15- се мәктәптең фольклор төркөмдәре йыйылды. Улар “Беҙҙең сығанаҡтар. Ауыҙ-тел ижадын уҡыйбыҙ” акцияһы сиктәрендә Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған “Аҡыл сығанағы – фольклор” әҙәби-музыкаль кис ултырыу программаһында ҡатнашты. Сараға һәр ҡатнашыусы яңылыҡ, ҡабатланмаҫ биҙәк өҫтәне.
“Дарман” фольклор төркөмө (етәксеһе башҡорт теле уҡытыусыһы З.Х. Исламова) “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосы буйынса театрлаштырылған тамаша күрһәтте. Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыларының башҡарыу осталығын, музыкаһын һәм сығыштың биҙәлешен тамашасылар юғары баһаланы. Сыуаш гимназияһы уҡыусыларының (етәкселәре В.К. Алексеева һәм В.В. Яковлева)сығышы сараның бер биҙәге булды. Улар үҙҙәренең мәғлүмәти-фольклор майҙансыҡтарында сыуаш халҡының ғәжәйеп матур, үҙенсәлекле мәҙәниәтен, телен, традицияларын йыр-бейеүҙәр аша күрһәттеләр. Халыҡ ҡоралдаранда уйнауҙары тамашасыларға бик оҡшаны. Татар гимназияһының фольклор төркөмө малайҙары һәм ҡыҙҙары (етәкселәре Р.И. Ануфриева, Р.М. Гизәтуллина) аулаҡ өйҙә әбей-бабайҙары заманының рухын күрһәтә алдылар. Күңелле, моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр, таҡмаҡтар, уйындар, тапҡыр һүҙҙәр, әкиәттәр тамашаны биҙәне.
“Тау менән тау осрашмай, халыҡ менән халыҡ осраша”, тиелә башҡорт мәҡәлендә. Башҡорт халҡы һәр саҡ ошо мәҡәлгә тоғро булған, шуға күрә төрлө милләт вәкилдәре дуҫ, татыу йәшәй Башҡортостанда. 15-се мәктәп уҡыусылары (етәкселәре А.Б. Фәйзуллина, Р.Р. Ғабдрахманова, Р.Т. Мөхәрәмова) үҙ сығыштарын ошо юҫыҡта әҙерләгән. Халыҡ ижады әҫәрҙәре аша үҙ туған телдәренә дан йырланылар.
Акцияла ҡатнашыусылар үҙҙәренең ауыҙ тел ижадын яҡшы белеүҙәрен күрһәттеләр.
Был көндө китапхананың уҡыу залында “Мәҡәлде иҫеңә төшөр”, “Ҡайһы әкиәттән икәнлеген әйт!”, “Фольклор жанрҙары буйынса аҡ сәскә йый” майҙансыҡтары эшләне. Йомаҡтар менән “Аҡыл сығанағы – фольклор” китаптар күргәҙмәһе уҡыусыларғабик оҡшаны.
Сараны йомғаҡлап, Мәғариф идаралығы белгесе Сания Гәрәева: “Кеше телен, мәҙәниәтен белә, һаҡлай икән, тимәк, ул – ошо тел вәкиле”, – тип билдәләне һәм байрамда ҡатнашыусылдарға рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Рәсимә Сәлимова, Үҙәк китапхананың милли әҙәбиәт һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегенең әйҙәүсе китапханасыһы
Читайте нас