“Бәләбәй коммуналсыһы” предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре был көндәрҙә юлдарҙы киңәйтәләр, тротуарҙарҙы ҡарҙан таҙарталар
Мәҫәлән, 26 февралдә улар Көнсығыш урамы тротуарын асҡандар. Интернациональ урамында мини-ротор водителе Николай Пивцов йәйәүлеләр өсөн юлды сираттағы мәртәбә таҙартҡан. Морозов урамында тротуарҙы Николай Фортов ҡарҙан арындырған.
Ә бына Пионер урамында һәм ҡаланың айырым участкаларында тротуарҙарҙы ҡарайһы була әле. Бында МТЗ-82 тракторында Николай Скворцов эшләйәсәк.
Тәүлектән артыҡ көслө ҡар яуған ваҡытта коммуналсылар ялһыҙ эшләне. Ҡала кешеләре эшкә, балалар баҡсаларына һәм мәктәптәргә бара алһындар өсөн бригадалар төп юлдарҙы һәм социаль объекттарға илткән юлдарҙы таҙартып өлгөрөү ниәте менән иртәнге сәғәт дүрттә үк маршруттар буйынса эшкә ҡуҙғалды. Хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм һөҙөмтәлелекте арттырыу маҡсатында предприятие хеҙмәткәрҙәре ҡарҙы газондарға ырғытырға роторлы техниканан файҙалана.
Бындай техниканы ҡулланып булмаған участкаларҙан үҙбушатҡыстарҙа сығаралар.
Ике бригада йәйәүлеләр юл аша сыҡҡан урындарҙан, баҫҡыстарҙан, күперҙәрҙән ҡарҙы ҡул менән таҙарта.