Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
6 Март 2019, 15:03

8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө

Беҙҙең һөйкөмлө ҡыҙҙарыбыҙҙы, ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар, әсәләр һәм өләсәйҙәрҙе Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ихлас ҡотлайым!

Беҙҙең һөйкөмлө ҡыҙҙарыбыҙҙы, ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар, әсәләр һәм өләсәйҙәрҙе Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ихлас ҡотлайым!
Райондың йәмәғәт һәм эшлекле тормошонда Бәләбәй ҡатын-ҡыҙҙарының өлөшө ҙур һәм әһәмиәтле. Иҡтисадтың барлыҡ өлкәләрендә актив ҡатнашып, беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ Башҡортостандың мәҙәни, фәнни, социаль үҫешенә лайыҡлы өлөш индерәләр. Һеҙ, иңдәрегеҙгә ғаилә тураһында ла даими хәстәрлек ятыуға ҡарамаҫтан, теләһә ниндәй эште ҙур оҫталыҡ менән башҡараһығыҙ.
Һеҙгә бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт-дарман, матурлыҡ һәм бәхет теләйем! Тормошоғоҙ һәр саҡ туғандарығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың изгелеге, йылылығы, яратыуы менән мөлдөрәмә тулы булһын.
Азат Сәхәбиев, БР Бәләбәй муниципаль районы хакимиәте башлығы
Читайте нас