Бәләбәй ҡалаһының 17-се мәктәбе базаһында “Ата-әсәләр тарафынан БДИ биреү берҙәм көнө” Бөтә Рәсәй акцияһы уҙҙы
Сараның төп маҡсаты ата-әсәләрҙең белемен тикшереү түгел, ә уларға БДИ биреү процедураһының асыҡлығын һәм ғәҙеллеген күрһәтеү ине.
БДИ бирергә теләүсе һигеҙ әсә менән бер рәттән һынау тотоуҙа Бәләбәй районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Александр Смородин да ҡатнашты.
Акция барышында БДИ биреүҙең бөтә тәртибе үтәлде. Һуңынан әсәләр, ысынлап та, имтихан тулҡынландырғыс, әммә ҡурҡынысы юҡ, тулҡынланыуҙы еңеп, һорауҙарға ышаныслы яуап бирергә була, тигән һығымта яһаны.