10-12 апрелдә Өфөлә I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы уҙа. Был хаҡта Башҡортостан Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Республиканың 100 йыллығына бағышланған сара «Торатау» конгресс-холы майҙансығында ойошторола. Съезда Башҡортостан Республикаһындағы һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарындағы дөйөм белем биреү ойошмаларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары; туған телдә уҡытылған дәүләт һәм муниципаль дөйөм белем биреү ойошмалары директорҙары; муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренең мәғариф идаралығы (бүлектәре) белгестәре һәм методистары; юғары уҡыу йорттары, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнаша.
Съезда ҡатнашыусылар Башҡортостанда, Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү мәсьәләләрен тикшерергә; Башҡортостанда Туған телдәрҙе уҡытыу концепцияһына тәҡдимдәр индерергә тейеш.