Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
19 Март 2019, 13:48

Кесе кластарҙа ҙур байрам

Ер шарының картаһынаҠараһаң яҡшы ғына, Башҡортостан шул карталаБер япраҡ саҡлы ғына...

Ер шарының картаһына
Ҡараһаң яҡшы ғына,
Башҡортостан шул картала
Бер япраҡ саҡлы ғына...
8-се урта мәктәптә бер нисә иҫтәлекле датаны – Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы, Халыҡ-ара туған тел көнө һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл – берләштергән сара Мостай Кәримдең ошо шиғыр юлдары менән башланып китте. Ул шулай уҡ Рәсәйҙә театр йылына ла бағышланды.
Байрамса биҙәлгән сәхнәлә Ринат Гәрәев башҡарыуында тылсымлы ҡурай моңо ағылды. Рус, башҡорт, татар, сыуаш һәм әрмән телдәрендә шиғырҙар уҡылды. Наилә Нафиҡова башҡарыуындағы “Мин илемде яратам” башҡортса йыры, беренсе класс уҡыусыларының башҡорт бейеүе матур тәъҫораттар ҡалдырҙы. “Аҡ ҡуянҡай” сәхнәләштерелгән әкиәтен ҡарағас, тамашасылар бик оҙаҡ алҡышланы.
Сара бөтә кластар ҡатнашҡан афишалар конкурсына йомғаҡ яһау менән тамамланды.
Люциә Вәлитова, уҡытыусы-логопед
Читайте нас: