БСТ каналының “Сәләм” тапшырыуында яңы проект эшләй. Һәр иртәлә республикабыҙҙың район һәм ҡалаларының тарихында яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәр тураһында "Сәләм, республика" акцияһында һүҙ алып барыла. Студияға төбәктең билдәле һәм хөрмәтле кешеләрен саҡырып, йәнле әңгәмә үткәрелә.
Ошо көндәрҙә тапшырыу беҙҙең данлыҡлы шәхестәргә бай булған Бәләбәй районына бағышланды. “Урал батыр” милли-мәҙәни үҙәгенең директор урынбаҫары Илдус Разетдинов һәм башҡорт гимназия-интернатының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Гөлнара Хоҙайназарова студия ҡунаҡтары булды. Уларҙан республикабыҙҙың 100 йыллығы йылында Бәләбәй төбәгенең арҙаҡлы шәхестәре тураһында һөйләүҙәрен һоранылар. Гөлнара Ғәзим ҡыҙы Туҙлыҡуш ауылында йәшәп ижад итеүсе шағир Камил Фазлый тураһында ғорурланып һөйләне. Камил Нәжми улы – республикала билдәле яҙыусы, башҡорт гимназия-интернаты гимнының һүҙҙәрен дә ул яҙған. Гөлнара Ғәзим ҡыҙының һүҙен ҡеүәтләп, Илдус Фәрит улы, баянда уйнап, үҙенең Камил Фазлый һүҙҙәренә яҙған йырын йырлап ишеттерҙе. Унан беҙҙең районда тыуып-үҫкән билдәле композитор Нур Дауытовтың төбәгебеҙҙең күренекле шәхестәре иҫәбендә булыуын бәйән итте. Тапшырыу барышында унда ҡатнашыусыларға ҡушылып та, үҙ тәҡдимдәрен әйтеп тә шылтыратыусылар байтаҡ булды.