Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
1 Апрель 2019, 16:31

Бәләбәйҙәр бүләк алып ҡайтты

Бишбүләк районында билдәле фольклорсы-ғалим Әхмәт Сөләймәновтың иҫтәлегенә арналған “Тылсымлы моңдар”республика халыҡ ижады коллективтары фестивале уҙҙы.

Бишбүләк районында билдәле фольклорсы-ғалим Әхмәт Сөләймәновтың иҫтәлегенә арналған “Тылсымлы моңдар”республика халыҡ ижады коллективтары фестивале уҙҙы.
Быйыл сараға һигеҙ райондан һәм дүрт ҡаланан 270-тән артыҡ фольклор жанрҙарын яратыусылар йыйылды. Улар араһында Бәләбәйҙең “Урал батыр” милли-мәҙәни үҙәгенән Айнур Әүбәкиров етәкләгән “Ләйсән” башҡорт йыры фольклор ансамбле лә сығыш яһаны.
Бәләбәйҙәр фестивалдең “Ғаилә традицияларын популярлаштырған өсөн” махсус призына лайыҡ булды.
Зөлфиә Ғарифуллина
Читайте нас: