Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы.
1 апрелдән 15 июнгә тиклем запаста булмаған 18 – 27 йәшлек граждандар хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Документҡа ярашлы, Рәсәй армияһы сафына 135 мең кеше ҡушыла.
Рәсәй Хөкүмәте, субъекттарҙың башҡарма власть органдары һәм саҡырылыш комиссиялары ил граждандарын хәрби хеҙмәткә саҡырыуға бәйле сараларҙың үтәлешен тәьмин итергә тейеш. Был указ рәсми баҫылып сыҡҡан көндән үҙ көсөнә инә.