Еребеҙ ҡышҡы йоҡонан уянғанда, гөрләүектәр шаулап аҡҡанда, Бәләбәйҙә бына-бына “Илһам шишмәләре” фестивале уҙғарылырға торған көндәрҙә башҡорт гимназия-интернатында оҙаҡ хәтерҙә һаҡланырлыҡ һоҡланғыс осрашыу уҙҙы.
Бәләбәй шиғриәтенең йөҙөк ҡашы булған, ижады, эш-ғәмәлдәре менән тыуған еренә яҡты нур өҫтәүсе, арымай-талмай халҡына хеҙмәт итеүсе шағирә Зәйфә Сәлихова гимназия-интернатта уҡыусылар менән осрашты.
Төрлө кластар уҡыусылары авторҙың бик күп шиғырҙарын бар күңелдәрен һалып тасуири уҡынылар, уның тормош юлына ҡыҫҡаса байҡау яһанылар. Зәйфә Мирғәзиән ҡыҙы үҙенең ижады, ҡасан шиғырҙар яҙа башлауы, район гәзитендә тәүге мәҡәләһе баҫылып сыҡҡас кисергән тойғолары, редакциялағы хеҙмәт йылдары тураһында һөйләне, балалар өсөн яҙылған, тыуған ергә һөйөү менән һуғарылған шиғырҙарын уҡыны, балаларҙың һорауҙарына яуаптар бирҙе. Осрашыуҙы гимназия-интернаттың “Умырзая” вокаль ансамбленең (етәксеһе Р. Фәхретдинова) дәртле йырҙары биҙәне. Был ижади кисәне тәрбиәсе Зоя Бикҡужина бик матур итеп әҙерләгән, уны уҡыусылар Илүзә Райманова менән Кирилл Павлов оҫта итеп, ихлас алып барҙылар.
Сара һуңында уҡыу йортоноң директоры Дилбәр Фәтхетдинова Зәйфә Мирғәзиән ҡыҙына осрашыу кисәһенә килгәне, үҫмер быуынға рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү эшенә тос өлөш индергәне өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙы.