Бәләбәй районы биләмәһенең санитар-экологик торошон яҡшыртыу маҡсатында 6 апрелдән 11 майға тиклем тораҡ пункттарҙы таҙартыу, төҙөкләндереү, йәшелләндереү йәһәтенән экологик өмәләр уҙғарыласаҡ.
БР Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 6 һәм 27 апрель берҙәм экологик өмәләр көндәре итеп билдәләнгән. Профсоюз комитеттарына һәм башҡа йәмәғәт берекмәләренә ихаталарҙы, урамдарҙы, юлдарҙы, парктар, баҡсаларҙы, тораҡ пункттар, предприятиеларға, учреждениелар һәм ойошмаларға беркетелгән биләмәләрҙе таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү өсөн экологик өмәләр уҙғарырға тәҡдим ителде.