Рәсәй төбәктәренән, республиканың район һәм ҡалаларынан 750 делегат “Торатау” конгресс-холына йыйыласаҡ. Силәбе, Ҡурған, Ырымбур, Свердловск өлкәләренән, Пермь крайынан, Татарстандан һәм башҡа тарафтарҙан килгән милләттәштәребеҙ башҡорт телен һаҡлау, өйрәтеү һәм өйрәнеү, үҫтереү мәсьәләләрен ҡараясаҡ.
Съезға Бәләбәйҙән алты кешенән торған делегация барасаҡ: Мәғариф идаралығы начальнигы Наталья Лаврова, идаралыҡтың мәғлүмәти-методика бүлеге белгесе Светлана Гәрәева, башҡорт теле уҡытыусылары Рәйсә Ситдиҡова (1-се мәктәп), Айгөл Борисова (башҡорт гимназия-интернаты), Гүзәл Ғәзимова (16-сы мәктәп) һәм башҡорт гимназия-интернаты директоры Дилбәр Фәтхетдинова.