Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
11 Апрель 2019, 14:05

Урман ултыртыу айлығы башлана

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығында ағас ултыртыуҙың интерактив картаһы эшләй башланы

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығында ағас ултыртыуҙың интерактив картаһы эшләй башланы
2019 йылдың 20 апреленән 20 майына тиклем Башҡортостанда халыҡ, хеҙмәт коллективтары, йәмәғәт ойошмалары һәм ирекмәндәр ҡатнашлығында урман ултыртыу айлығы уҙғарыла.
Министрлыҡта республика райондарының административ үҙәктәре эргәһендә дөйөм майҙаны 400 гектарҙан ашыу 120 урман участкаһы һайлап алынған. Бер миллион 600 меңдән ашыу үҫенте ултыртыу күҙаллана. Быйыл бөтәһе 7 мең гектарҙан ашыу майҙанда йәш ағастар ултыртыла.
Айлыҡ барышында 27 апрелдә «Ағас ултырт – ғүмер бүләк ит!» девизы аҫтында «Йәшел Башҡортостан» берҙәм республика акцияһы үткәрелә. Уны барлыҡ муниципаль райондар, ҡала округтары биләмәләрендә, урман фонды һәм ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә ойошторалар. Теләгән һәр кем акцияла ҡатнаша һәм ағас ултырта ала. Ағас ултыртыу өсөн ике дата билдәләнгән – 27 апрель һәм 18 май. Ирекмәндәргә айырым участкалар бүленгән.
Картала (республиканың ауыл хужалығы министрлығы сайтында) һәр райондағы ойоштороусылар тураһында ентекле мәғлүмәт, уларҙың бәйләнеш телефоны баҫылған.
Башинформ
Читайте нас