Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
13 Апрель 2019, 15:04

«Башҡорт телен өйрәтеүҙе модалы һәм заманса итергә кәрәк»

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошо көндәрҙә Өфөлә барған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезыэшендә ҡатнашты.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошо көндәрҙә Өфөлә барған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезыэшендә ҡатнашты.
Республика етәксеһе съезда ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм төбәктә туған телде уҡытыуҙы нисек күҙ алдына килтереүе хаҡында һөйләне.
«Һеҙ беләһегеҙҙер, миңә биш йәш тулғанға тиклем, Ишембай районының Һайран ауылында торҙоҡ. Биш йәштә атайым, әсәйем ҡалаға күсте, шунда мин дә инде күстем. Артабан мәктәпкә төштөм һәм мәктәптә тик русса ғына һөйләштек. Шуға яйлап-яйлап башҡорт телемде юғалта башланым. Хәҙер, һеҙ беләһегеҙ, миңә илле биш йәш. Мәскәүҙә 10 йыл йәшәнем, унда ла тик русса ғына һөйләштек. Мин нимә әйтергә уйлайым. Минең һымаҡтар, минең кеүектәр, меңдәр. Беҙ тыуған илгә ҡайттыҡ, туған телгә ҡайттыҡ, әммә беҙҙең башҡортсабыҙ ул тиклем саф түгел.
Бөгөн һеҙҙең менән бергә бер нисә һорауға яуап табырға кәрәк.
Балаларыбыҙҙы нисек башҡорт теленә өйрәтеү, уны уҡытыу буйынса ниндәй алымдар индереү һәм уҡытыуҙы нисек модалы, заманса итергә кәрәклеген хәл итергә тейешбеҙ.
Тағы ла бер фекер бар, кеше башҡортса бер генә һүҙ белһә, беҙ уны үҙ итәйек, уны ситләштермәйек.
Шуны ла әйтергә уйлайым. Һеҙ ҡурҡмағыҙ, беҙ – бергә! Был ҙур эште бергә эшләргә кәрәк!», — тине республика етәксеһе.
Шулай уҡ Радий Хәбиров башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исем биреү тураһында билдәләр тапшырҙы.
Башинформ
Читайте нас: