Быйыл башҡорт теленән диктант беренсе тапҡыр халыҡ-ара кимәлдә уҙғарыла. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды шундай тәҡдим менән сыҡты. 4 апрелдә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Акцияны үткәреү 18 майға билдәләнгән. Сараны әҙерләүҙә, ғәҙәттәгесә, Башҡорт дәүләт университеты ҡатнаша, уның биләмәһендә төп һәм телде яңы ғына өйрәнә башлағандар өсөн ике диктант майҙансығы ойошторола. Текстарҙы һәм уны уҡыусыларҙың кандидатураларын һайлау бара.
Әлеге ваҡытта мәғариф министры Айбула Хажин рәйеслегендә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты булдырылған. Уның составында – Башҡортостан Башлығының Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы етәксеһе Урал Килсенбаев, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова һәм башҡа рәсми кешеләр.