Үҙәк Мәҙәниәт һарайында “Дарман” ҡурайсылар ансамбле өлгөлө коллективының Башҡортостандың 100 йыллығына арналған отчет концерты уҙҙы
Ансамбль 2004 йылдан эшләп килә, быйыл ул ойошоуының 15 йыллығын билдәләй. Коллективҡа оҫта ҡурайсы Эдуард Ағишев етәкселек итә.
Концерт программаһы “Нимә һөйләй ул ҡурай” тип аталды. Һәм был көндө ҡурай башҡорт халҡының тарихи үткәне, бөгөнгөһө, халыҡтың моң-зары, ҡайғы-шатлыҡтары, кисерештәре хаҡында, берсә моңланып, берсә дәртләнеп, һөйләне лә һөйләне. Шығырым тулы зал ансамблдең сығышын, уның солистары – иң йәш ҡурайсы Юлиана Артемьеваның, унан өлкәнерәк Флүр Фәйзуллиндың, Вадим Григорьевтың, Алмас Сәйфуллиндың һәм башҡаларҙың уйнауын алҡышлап ҡаршы алды.
Ансамблдең етәксеһе виртоуз ҡурайсы Эдуард Ағишевтың моңло ла, дәртле лә көйҙәрен тыңлап һоҡланды. Бөтә сығыш яһаусыларға оҫта баянсы Валерий Ғәйнетдинов ҡушылып уйнаны.
Мәҙәниәт һарайының, башҡорт гимназия-интернатының ижади коллективтары сығыштары менән концертҡа йәм өҫтәне.
“Дарман” ансамбленә башҡорт гимназия-интернаты хакимиәтенең Рәхмәт хатын һәм бүләктәрен тапшырыу был матур кисәгә йомғаҡ яһаны.