Бәләбәйҙең “Автокомплект” заводы эшсәндәре өсөн ағымдағы йылдың икенсе кварталы күңелле хәбәрҙән башланды. Предприятиеның финанс-иҡтисади торошоноң тотороҡло булыуын иҫәпкә алып, уның хужаһы Евгений Водолазский бөтә хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын 10 процентҡа арттырыу тураһында ҡарар ҡабул иткән.
Башҡа предприятиелар етештереү күләмен һәм эшләүселәр һанын кәметкән саҡта, “БЗАК” йәмғиәте эҙмә-эҙлекле үҫешен һәм сығарған тауарының төрлөлөгөн, уны һатыу баҙарын киңәйтеүҙе дауам итә.
– 2018 йылда “Автокомплект” заводы 1 млрд һумлыҡ тирәһе продукция эшләп сығарған. 2023 йылға уны 1 млрд 800 мең һумға еткереү күҙаллана, – ти машиналар төҙөү өлкәһендә бай тәжрибәле, предприятиеның яңы директоры Владимир Филиппов.
Инженер-техник белгестәрҙең һәм эшселәрҙең юғары һөнәрилеге предприятиеның тотороҡло үҫешенең төп нигеҙе булып тора. “БЗАК” предприятиеһының ВАЗ, УАЗ, ГАЗ кеүек илебеҙҙең эре машиналар эшләү заводтарына, шулай уҡ Кореянан эшлекле партнерҙарға оҙатҡан комплектлаусы тауарының сифаты халыҡ-ара стандарттарға яуап бирә. Был Францияның “ЮТАК” фирмаһы даими уҙғарған аудит һөҙөмтәләре менән раҫлана.
Заводта производствоны үҙгәртеп ҡороу йәһәтенән маҡсатҡа ярашлы эш алып барыла. Әлеге ваҡытта цехтарҙа 20 яңы станок һәм Японияла эшләнгән ике робот ҡуйылған. Бер юлы дүрт станокты хеҙмәтләндерергә һәләтле тағы өс станок ҡайтарылған. Уларҙы май байрамдарында йыйып ҡуясаҡтар.
Кадрҙар мәсьәләһе лә эҙмә-эҙлекле хәл ителә. Заводҡа урынлашҡан йәш белгестәр Мәскәүҙәге, Пермдәге һәм башҡа ҡалаларҙағы махсуслаштырылған үҙәктәрҙә уҡытыла.
– Хәҙер беҙҙә Бәләбәй гуманитар-техник колледжының дүрт уҡыусыһы производство тәжрибәһе ала. Бик төплө егеттәр. Уҡыуҙарын тамамлап, диплом алғас, беҙ уларҙы шатланып эшкә аласаҡбыҙ, – ти Владимир Николаевич.