29 майға тиклем Өфөлә һатыулашыуҙы тамамлау, ә 12 июндә яңы Ағиҙел күперенә тәүге таш һалыу күҙаллана.
Проект буйынса, өс һыҙатлы ҡоролманың оҙонлоғо 668 метр була. Ошо хаҡта республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов хәбәр итте.
«Хәҙер1984 йылда һалынған күпер биш хәрәкәт һыҙатынан тора, йәғни бынан һуң һигеҙ хәрәкәт һыҙаты булдырыла. Әлегә 1956 йылғы күпер буйынса ҡарар ҡабул итмәнек. Уның ҡатмарлы торошта булыуын иҫәпкә алып, бөгөн төрлө варианттарҙы ҡарайбыҙ. Ләкин ул йәйәүлеләр күпере булыр, моғайын», – тип Мөхәмәтйәновтың һүҙҙәрен килтерә Башҡортостан юлдаш телеканалы.
Төҙөлөш ваҡытында күперҙәр ябылмай. Яңы ҡоролманы сафҡа индереүгә ике йыл самаһы кәрәк булыр тип күҙ уңында тотола.