Башҡорт балаһы мин, Ер хәтерендә
Мең йыл уйылып ҡалған эҙем бар.
Быуындарға ялғап быуындарҙы,
Илде тотҡан телем, һүҙем бар.
Шул тел менән халҡым хаҡ яҙмышын
Ҡайһы быуаттарға яҙмаған.
Күпме аҫыл ерҙәренән яҙған,
Күпме аҫыл ирҙәренән яҙған,
Күпме аҫыл йырҙарынан яҙған,
Тик моңонан, теленән яҙмаған,
тип яҙғайны ул 1991 йылда “Барыһы ла беҙҙең намыҫта. Халҡыма хат “ шиғырында.
Кисә ҡайғылы хәбәр килеп иреште. 81-се йәшендә Башҡортостандың халыҡ шағиры, халҡым тип янып йәшәгән, илһамланып ижад иткән Рауил Бикбаев оҙайлы ауырыуҙан һуң вафат булған.
Башҡорт шағиры, әҙәбиәт белгесе, депутат, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Ғ. Сәләм, Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева исемендәге премиялар лауреаты, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Сыуаш Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы. Почет, Дуҫлыҡ, Салауат Юлаев һәм «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордендары менән бүләкләнгән. Башҡортостан Гимны авторҙарының береһе.
Рауил Төхвәт улы Бикбаев 1938 йылдың 12 декабрендә Ырымбур өлкәһенең Үрге Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Ул 30-ҙан ашыу шиғырҙар, әҙәбиәт ғилеме һәм ғилми-тикшеренеү китаптары авторы.