Халҡыбыҙҙың яманлыҡты яҡшылыҡтан айырырға, донъя асылын аңларға өйрәткән эпосы ул “Урал батыр”. Ололарҙы ихтирам итеү һәм кеселәргә кеселекле була белеү, тыуған төйәгеңде һаҡларға һәм яҡларға өйрәтеү, тәрбиә йолаһы ла, өгөт-нәсихәт тә – барыһы ла урын тапҡан унда. Быуаттарҙан-быуаттарға, телдән-телгә күсеп килгән ошо үлемһеҙ әҫәрҙе өйрәнеү, һаҡлау, киләсәк быуындарға еткереү маҡсатында уҙғарыла ул йәш сәсәндәр бәйгеһе. Быйыл был “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсының муниципаль этабы 21-се тапҡыр уҙғарылды.
15-се урта мәктәптең тамашалар залына районыбыҙҙың төрлө мәктәптәренән төрлө кластарҙа уҡыусы балалар, уҡытыусылар йыйылды. Уларҙың сағыу милли кейемдәре, ҡурай моңо яңғырауы, сәхнәгә күтәреләсәк йәш сәсәндәрҙең тулҡынланып, эпос юлдарын ҡабатлауы ҙур байрам буласағына ишара. Йәрәбә һалып, кемдең ҡасан сығыш яһаясағын билдәләгәс, конкурс башланды.
Бәйгенең тәүге – эпосты яттан һөйләүселәр – турында һигеҙ уҡыусы ҡатнашты. Төрлө милләт балаларының тырышып, эпостың асылын аңларға ынтылып, рухланып һөйләүе бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Альбина Шәрифуллинаның ҙур тәжрибәле сәсәниәләй көйләп һөйләүен, 8-се мәктәптән, матур милли кейемдә сығыш яһаусы Радмила Ғабдрафиҡованы, рус ҡыҙы, 4-се мәктәптән Мария Мухачеваның башҡорт тексын бар күңелен һалып ятлауын, атап әйтмәйенсә, һәр баланың сығышын жюри ағзалары ла, залда ултырыусылар ҙа иғтибар менән тыңланы, йылы ҡабул итте.
Бәйгенең икенсе турында уҡыусылар эпостан өҙөктәр сәхнәләштереп күрһәтте. Улар Урал, Шүлгән, Йәнбикә менән Йәнбирҙе, дейеү, Һомай, Ҡуңыр буға, Зәйтүлмөлөк һәм башҡа образдарҙы һынландырҙы. Һәр мәктәп ҙур тырышлыҡ менән әҙерләнгән.
Һөҙөмтәлә тәүге турҙа беренсе урынға Альбина Шәрифуллина лайыҡ булды, конкурстың зона этабында беҙҙең район намыҫын тап ул яҡлаясаҡ. Радмила Ғабдрафиҡовала икенсе урын, өсөнсө урын дүрт ҡатнашыусыға – Тимур Мөҡминовҡа (17-се мәктәп), Мария Мухачева (4-се мәктәп), Екатерина Родионова (41-се мәктәп), Ынйы Салауатоваға (1-се гимназия) бирелде. Эпосты сәхнәләштергән өсөн беренсе урын шулай уҡ башҡорт гимназия-интернаты командаһында. Афарин уларға! Йыл һайын уҡыу йорттарының данын арттыралар улар. Икенсе урында 15-се мәктәп һәм 1-се гимназия командалары, өсөнсөлә – Мәтәүбаш мәктәбе уҡыусылары. Еңеүселәр һәм призерҙарға Мәғариф идаралығы белгесе Светлана Гәрәева идаралыҡтың маҡтау грамоталарын тапшырҙы. Уҡыусыларҙы ошондай ҙур бәйгегә әҙерләүгә, әлбиттә, уларҙың уҡытыусыларының ҙур хеҙмәт һалыуын билдәләп үтмәй булмай. Киләсәктә лә шундай рухлы, сәсән телле балалар тәрбиәләүгә көстәрен йәлләмәҫтәр тип уйлағы килә.
“Урал батыр” милли-мәҙәни үҙәгенең моңло йырсыһы Минзифа Вилданованың йырҙары, республика конкурстары лауреаты Анжела Әүбәкированың думбырала сирттереүе бәйгегә ҙур мәртәбә өҫтәне. 15-се мәктәп хакимиәтенең, башҡорт теле уҡытыусылары Яҙгөл Мөхәмәтованың, Альмира Фәйзуллина, Розалия Мөхәрйәмова, Айгөл Мөхәмәдшина һәм Резеда Ғабдрахманованың тырышлығы менән конкурс ойошҡан рәүештә, бик матур үтте.