Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 74 йыллығы уңайынан 37 меңдән ашыу ветеранға Рәсәй Президенты Владимир Путиндан ҡотлау открыткаһы тапшырыла.
Открыткалар 2-һенән 9 майға тиклем таратыла, тип хәбәр иттеләр Рәсәй почтаһының матбуғат хеҙмәтендә.
«Ҡотлау открыткаһының бер яғын Леонид Головановтың «Ҡыҙыл армияға – дан!» плакаты биҙәй. Икенсе яғында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы фотохроникаһы кадрҙары урынлаштырылған», — тип һөйләнеләр бүләктең биҙәлеше хаҡында.