Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы көнөндә ҡала урамдарында еңел атлетика эстафетаһы уҙҙы.
Үҙәк мәҙәниәт һарайы майҙанында МР хакимиәте башлығы урынбаҫары Александр Смородин, Бәләбәй районы берләшкән профсоюзы рәйесе Андрей Шевчук ярышта ҡатнашыусыларҙы байрам менән ҡотланылар. Сарала шулай уҡ МР Советы секретары Артур Садиҡов, Бәләбәй ҡалаһы ҡала биләмәһе башлығы Сәлим Ғөбәйев, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Марат Шафиҡов, Бәләбәй ҡалаһы ҡала биләмәһе Советы рәйесе Ришат Низаев ҡатнаштылар.
Ярышта 16 команда спортсылары алты этап уҙҙы. Еңеүселәр өс төркөмдә билдәләнде. Дөйөм белем биреү ойошмалары араһында беренсе гимназия командаһы еңде. 17-мәктәп – икенсе, 15-се мәктәп өсөнсө урында. Урта махсус белем биреү учреждениелары араһында: беренсе урын Бәләбәй гуманитар-техник колледжы командаһында, икенсе – Бәләбәй мехникалаштырыу һәм электрлаштырыу колледжында, өсөнсө урын Бәләбәй медицина колледжы командаһында; предприятиелар һәм учреждениелар хеҙмәт коллективтары араһында: беренсе урын Бәләбәй электр селтәре командаһында, икенсе – Бәләбәй һөт комбинатында, өсөнсө урында Бәләбәй үҙәк район дауаханаһы командаһы. Еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы Бәләбәй муниципаль районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев бүләкләне.