Башҡортостандан өс ҡала – Бәләбәй, Бөрө һәм Ишембай – федераль конкурста еңгән. Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыуға иң яҡшы проекттар Бөтә Рәсәй конкурсының федераль конкурс комиссияһы 2019 йылда 80 проектты еңеүсе тип билдәләне. Улар Рәсәй Федерацияһының 46 субъектынан. Конкурста еңеүселәр федераль бюджеттан 40-тан 85 миллионға тиклем субсидия аласаҡ.