18 майҙа сәғәт 10-да Башҡорт гимназия-интернатында һәм Үҙәк биләмә китапханаһында Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант яҙыу ойошторола. Был сараны үткәреү тураһындағы ҡарарға республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – хатаһыҙ яҙыу мәҙәниәтен популярлаштырыу һәм үҫтереү мәсьәләләренә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән, теләге булғандарҙың барыһы өсөн тәғәйенләнгән, йыл һайын үткәрелгән ирекле, түләүһеҙ белем биреү акцияһы.
Диктант яҙған һәр кешегә ошо белем биреү акцияһында ҡатнашыуы тураһында сертификат биреләсәк.