Башҡортостанда тәүгә мәктәп автобустары водителдәре араһында иң яҡшыларҙы асыҡлайҙар. 18 майҙа Өфөлә республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы тәҡдиме менән һөнәри оҫталыҡ конкурсы ойошторола.
БРУКК автодромы биләмәһендә 63 муниципаль район вәкиле йыйыла.
Конкурс теоретик һәм практик өлөштән тора, тип хәбәр итә Башҡортостан Транспорт буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте. Ярыш иртәнге 8-се 30 минутта башлана.
Республикала 1200-ҙән ашыу мәктәп автобусы водителе иҫәпләнә. Радий Хәбиров әйткәнсә, «кемдәр уҡыусыларҙың мәктәпкә имен-һау барып етеүе өсөн яуап бирә, улар айырым иғтибарға лайыҡ».