Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
20 Май 2019, 11:46

“Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам”

– ошондай девиз менән 18 майҙа 2625 бәләбәйле Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант яҙырға йыйылды

– ошондай девиз менән 18 майҙа 2625 бәләбәйле Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант яҙырға йыйылды
Был сараны үткәреү тураһындағы ҡарарға республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған. Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – хатаһыҙ яҙыу мәҙәниәтен популярлаштырыу һәм үҫтереү мәсьәләләренә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән, теләге булғандарҙың барыһы өсөн тәғәйенләнгән, йыл һайын үткәрелгән ирекле белем биреү акцияһы.
Бәләбәй муниципаль районында был сара бөтә белем биреү ойошмаларында һәм теләгәндәр өсөн өс майҙансыҡта ойошторолдо. Барыһынан да күберәк диктант яҙырға теләүселәр Башҡорт гимназия-интернатына килде – 713 кеше. Уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр, ҡала кешеләре, баш табип Рөстәм Ишмырҙин менән Үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре, муниципаль район ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзалары етәкселәре Сәлих Хәйруллин менән башҡорт теленән дөрөҫ яҙа белеү һәләттәрен тикшерҙеләр.
8-се урта мәктәп майҙансығында ирекле акцияла 57 кеше ҡатнашты: уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр, ҡалала йәшәүселәр, МР хакимиәте, мәғариф идаралығы хеҙмәткәрҙәре.
Үҙәк биләмә-ара китапхана майҙансығында 60 кеше – китапханасылар һәм китап уҡыусылар, мәктәп уҡыусылары һәм бәләбәйҙәр – белемен һынап ҡараны.
Халыҡ-ара диктант яҙған һәр кем акцияла ҡатнашыуы тураһында сертификат алды.
Зөлфиә Ғарифуллина
Читайте нас