Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 2019 йылда республика ҡалаларында һәм райондарында «Һабантуй» халыҡ байрамын уҙғарыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.